ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2022, 11:25

«Мөхәббәтем көс бирә»

Әлшәй районынан Альбина Муллағолова 11 ай буйы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан иренә барып ҡайтҡан.

Дүрт сабыйымды ҡалдырып, иремә килдем әле, тип яҙғайны йәш йырсы Альбина Муллағолова. «Башинформ» журналистары уның үҙе менән бәйләнешкә сыҡты һәм был хаҡта тулыраҡ һорашты.

– Тормош иптәшем Айнур – хәрби. Хеҙмәт итеүенә 18 йыл. Чечнялағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашты, ике тапҡыр Сүриәгә барып ҡайтты. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән ҡатнаша. Тәүҙә үҙе ҡайтыр тип көн дә көттөк. Өлөшләтә мобилизация башланғас, тиҙ генә ҡайтармаҫтары билдәле ине, көҙгө каникул башланғас та билет алып, юлға сыҡтым. Аллаға шөкөр, осраштыҡ, дүрт көнгә сығарҙылар.

Альбинаны күптәр һәүәҫкәр йырсы булараҡ белә, уның иренә арнап ижад иткән йырҙары ла бар.

– Иремә арнап ижад иткән өс йырым бар. Һөйөклөмә улар көс бирәлер. Уның тиҙерәк өйгә ҡайтыуын көтәбеҙ, һағынабыҙ. Ике йылдан пенсияға сығам да эштән китәм тигән ине лә, ошо операция булғас, хәҙер булмай бер нисек тә. Иҫән-һау булһындар инде, – ти Альбина Муллағолова.

Ғаилә башлығының яҡындары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас