

Шишәмбе, 1 ноябрҙә, Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы көтөлә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала сымдарға һәм ағастарға ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы, елдең секундына 15-20 метрға етеүе, автомобиль юлдарына төндә һәм иртән томан төшөүе, 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе ихтимал.
Республиканың көньяғында ныҡ итеп ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы ихтимал.
Өфөлә болотло һауа торошо, ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеүсән, тиҙлеге секундына 8-13 метр, урыны менән 15-20 метрға тиклем. Һауа температураһы көндөҙ +3, +5 градус була.