Бөгөн Хәйбулланың, Башҡортостандың лайыҡлы ҡыҙҙарының береһе - Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Яҡташыбыҙ билдәле шағирә, оҙаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналына етәкселек иткән журналист, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары вазифаһында ең һыҙғанып халҡына хеҙмәт иткән сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре һәм, әлбиттә, әсә ул.
Әҙибәне тыуған көнө уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек һәм киләсәктә лә яңынан -яңы әҫәрҙәр ижад итеүен теләйбеҙ.