

Дәүләт социаль стипендияһы билдәле бер категорияға ҡараған студенттарға белем биреү программаларын өйрәнеүҙә ярҙам сараһы булараҡ тәғәйенләнә. Бындай категорияларға түбәндәгеләр инә:
етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар;
инвалид балалар, бала саҡтан инвалидтар һәм I, II төркөм инвалидтары, шулай уҡ хәрби хеҙмәт осоронда имгәнеү йәки ауырыу һөҙөмтәһендә инвалид булғандар;
дәүләт социаль ярҙамы алған студенттар;
хәрби хәрәкәт ветерандары;
Чернобыль атом электр станцияһындағы аварияла радиацияға дусар булған студенттар;
контракт буйынса өс йылдан ашыу хеҙмәт иткән студенттар.
Социаль стипендия студенттың нисек өлгәшеүенә ҡарамаҫтан түләнә. Уның база күләме урта һөнәри белем өсөн - 1089 һум, юғары белем өсөн 2 227 һум тәшкил итә.
2012 йылдың 29 декабрендәге «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы 273- сө федераль закон https://vk.cc/7Qq2Ij
Социаль стипендияны нисек юлларға икәнен киләһе яҙмаларҙа һөйләрбеҙ. Яңылыҡтарҙы ҡарап барығыҙ!