

3 ноябрҙә Федерация Советында ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында юғалып ҡалмаған һәм кеше ғүмерен ҡотҡарған балалар һәм үҫмерҙәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтә. Улар араһында Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан 14 йәшлек Арыҫлан Шафиҡов та бар.
Арыҫлан 2022 йылдың мартында урамда йөрөп ҡайтып килгәндә бер йорттан көслө төтөн сығыуын күреп ҡала. Йортҡа беркетелеп һалынған мунса янған була. Ут өйгә лә күсә башлай. Арыҫлан телефон аша тәүҙә янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Бер нисә минуттан өйгә инерлек тә булмай. Өйҙә кешеләр булыуын аңлап, үҫмер тәҙрә аша янып торған йортҡа инеп, оло йәштәге хужаларға –бер аяғы ампутацияланған 2-се төркөм инвалид ир һәм уның ҡатынына сығырға ярҙам итә. Шулай итеп, 14 йәшлек Арыҫлан ике кеше ғүмерен ҡотҡара.
Кешеләр үҙ геройҙарын белергә тейеш. 3 ноябрҙә Өфө ваҡыты менән 12.00 сәғәттә “Вместе-РФ” Федерация Советы телеканалында ҡотлау тантанаһын ҡарағыҙ. Федерация Советының социаль селтәр төркөмө: https://vk.com/sovfedinfo и https://ok.ru/sovfedinfo.