

Яңы Ергән һәм Иләс ауылы волейбол командалары араһында ярыштар булып үтте.
Иң тәүҙә Иләс ауылының ике ир-егеттәр командаһы ярышты.14:15 иҫәбе менән йәштәр командаһы еңеп сыҡты. Артабан Иләс һәм Яңы Ергән ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында көсөргөнешле ярыш башланды.Һөҙөмтәлә Иләс командаһы 10-15 иҫәбе менән еңеүгә өлгәште.
Ярыш ҡыҙғандан ҡыҙҙы. Еңеүсе егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында башланды еңеү өсөн алыш. Һөҙөмтәлә ир-егеттәр командаһы -1се,Иләс ҡатын-ҡыҙҙар командаһы -2се, Яңы Ергән командаһы -3сө урынға сыҡты.Ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡатын -ҡыҙҙар советы ҡыҙҙары тәмле самауыр сәйе менән һыйланы.