

27 октябрь кис Өфө районының Шамонин ауылында йәшәгән күп балалы Ҡадаевтар ғаиләһенә ҡот осҡос бәлә килә - уйламағанда йорттары яна.
Янғын башланғанда өйҙә ике бала, әсәй менән өләсәй була. Ялҡын тиҙ арала өҫкө ҡатты, аш бүлмәһен, коридорҙы ялмай. Бәхеткә, 8-се класта уҡыған Морат ҡаушап ҡалмайынса, тәүҙә һеңлеһен сығара, аҙаҡ әсәһе менән өләсәһенә ярҙамлаша. Хатта ҡайһы бер документтарҙы ла алып сығырға өлгөрә ул.
Алдан күҙаллауҙар буйынса, янғын һыуытҡыс менән туңдырғыс араһындағы электр үткәргестән сыҡҡан. Ғаилә башлығы әле Себерҙә эштә икән.
Йорт хужабикәһе Мөнирә Ҡадаеваны ауылда ижади кеше булараҡ яҡшы беләләр. Бешеренергә оҫта ҡатын Шамониндағы һәр байрамда әүҙем ҡатнашып, төрлө тәмлекстәр бешереп, балаларҙың күңелен күрә. Бына хәҙер килеп, ҙур ғаилә үҙе ярҙамға мохтаж.
Әле ауылдаштары 17,14 йәшлек үҫмерҙәр һәм өс йәшлек ҡыҙҙары менән ҡышҡа ҡарай урамда ҡалған ғаиләгә аҡсалата, шулай уҡ кейем-һалым йыйыу буйынса ярҙам ойошторған ине. Бөгөн ял көнө булғас, өмәгә йыйылғандар. Ир-егеттәр янған ҡаралтыларҙы һүтә, ташый. Ҡатын-ҡыҙ тышта ҡаҙанда аш бешерә.
Күмәкләгән - яу ҡайтарған. Ҡадаевтарҙың ғаиләһенә төшкән ауырлыҡты күтәрешкән, ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә рәхмәт!
Видео һәм фото Шәүрә Ғәппәсованың шәхси сәхифәһенән алынды.