ЙӘМҒИӘТ
28 Октябрь 2022, 07:25

Матур йәш ғаилә

Аҡъярҙан Мостафиндарҙың татыу ғаиләһендә алты бала ҡанат нығыта

Матур йәш ғаиләМатур йәш ғаилә
Матур йәш ғаилә

Аҡъярҙан Данияр Ғүмәр улы һәм Гүзәл Шафиҡ ҡыҙы Мостафиндарҙың мөхәббәт, үҙ-ара хөрмәт, татыулыҡ солғап алған, шат балалар тауышы яңғыраған ғаиләһе менән таныштырабыҙ.

Данияр Ғүмәр улы–хәстәрлекле, һәр саҡ терәк булған  ғаилә башлығы. Ул шәхси эшҡыуарҙа водитель булып эшләй. Буш ваҡытта ағас эше менән шөғөлләнә. Ҡулы оҫта уның –бына тигән йорт йыһаздары, балалар өҫтәле һәм ултырғыстар эшләп ҡуя.

Гүзәл Шафиҡ ҡыҙы иһә уңған ҡатын, йорттарының  йәме һәм ҡояшы. Ул Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында эшләй. Сәскәләр үҫтерергә ярата, ғаиләһе өсөн уңдырып тәмлекәстәр бешерә, бәйләргә маһир.

Мостафиндарҙың өлкән ҡыҙҙары Гөлзәминә Сибай педагогия колледжының 3-сө курсында уҡый. Улдары Дияр Аҡъяр тау колледжы студенты. Ул спорт ярата. Уртансы ҡыҙҙары Алтынай 2-се Аҡъяр мәктәбенең 9-сы классс уҡыусыһы. Алтынай халыҡ бейеүҙәре түңәрәгенә йөрөй. Алмаз 2-се Аҡъяр мәктәбендә 6-сы класта уҡый. Ул да ағаһы һымаҡ спорт менән мауыға. Айназ быйыл 1-се класҡа барған. Иң бәләкәстәре Ислам балалар баҡсаһына йөрөй.

Мостафиндар буш ваҡыттарын ғаилә менән бергә үткәрергә яраталар. Балаларында эшкә һөйөү, тәүәкәллек  сифаттары тәрбиәләйҙәр, маҡсатлы итеп үҫтерәләр.

https://vk.com/club181769690

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас