

Бар мәшәҡәтен ҡырҡ яҡҡа ташлап, саҡырылған еренә лә бармай, беҙҙе Сәғит ауылы урамдары буйлап алып йөрөүсе Резеда Мәмбәтова ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы, бар ергә лә өлгөрә, халыҡты берләштерә, ауыл старостаһы менән берлектә ауыл тотҡаһы тип әйтһәк тә, дөрөҫ булыр.
Мәмбәт ауылында тыуып үҫкән Резеда Тимербулат ҡыҙы Сәғиткә Хәким Илһаметдин улына тормошҡа сыға. Тәүҙә ҡайны-бейемдәре менән торалар, артабан йәштәр бер ишек алдында йорт һалып сығалар. Хәнифә, Дилфүзә, Зөһрә, Милә, Сыңғыҙ исемле балалар үҫтергәндәр. Уларҙың һәр береһе һәләтле, музыкаль яҡтан үҫешкәндәр. Атай-әсәйҙәренең тәү ярҙамсылары.
Баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған, беҙҙе ихлас алып йөрөгән Резеда Тимербулат ҡыҙын үҙе менән дә таныштырыу тураһында һорағас: “Ауылда клуб булмаһа ла, йә мәктәптә, булмаһа, урамда ауылдың активистары менән төрлө саралар үткәрәбеҙ. Ағинәйҙәребеҙгә һүҙ юҡ. Һәр эштең башланғысында улар тора.
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 43-сө һанында