

Ҡайһылар ауылдан ҡалаға ашыҡһалар, икенселәр тыуан ерҙәренә ерегеп, ауылды өҫтөнөрәк күрә. Иген сәсер баҫыуҙар, мал-тыуар кинәнерлек көтөүлектәр, бесәнлектәр йәйрәп ятҡанда ҡалаң ары торһон, тиеүселәр рәтендә Йомабикә һәм Вәхит Ҡәйеповтар.
Йомабикә Ташбулат ҡыҙы сығышы менән Ейәнсура районы Иҙәш ауылынан. Орск ҡалаһында тегенсегә уҡып, шунда эшләп йөрөгән ваҡытында буласаҡ тормош иптәше, Сәғит ауылы егете Вәхит Ҡәйепов менән танышып, сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Бөгөн Ҡәйеповтарҙың тормош ҡороуҙарына 40 йыл. Ошо йылдар эсендә дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улар ҡаланан фатир алып, барыһы ла башлы-күҙле булып, үҙҙәре балалар үҫтереп, үҙ донъяларында тырышып йәшәйҙәр.
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 43-сҡ һанында