ЙӘМҒИӘТ
28 Октябрь 2022, 06:19

Аҡъярҙың “Әхмәтшин урамы ҡыҙҙары” бәйләргә өйрәтә

Үҙең өсөн дә файҙалы, хәрбиҙәргә лә ярҙам итергә була

Аҡъярҙың “Әхмәтшин урамы ҡыҙҙары” бәйләргә өйрәтәАҡъярҙың “Әхмәтшин урамы ҡыҙҙары” бәйләргә өйрәтә
Аҡъярҙың “Әхмәтшин урамы ҡыҙҙары” бәйләргә өйрәтә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн борсолмаған кеше юҡтыр. Ҡышҡы һалҡындар башланырға ла күп ҡалманы, шуға күрә күп ауылдарҙа йылы ойоҡбаштар бәйләп, һалдаттарға гуманитар ярҙам ойошторола. Ә кемдәр бәйләй белмәй, уларға ла ҡул эшенә өйрәнергә була. Ошо маҡсатта  Хәйбулла районы Ғаилә хеҙмәтендә  мобилизацияланған граждандар өсөн йылы ойоҡбаштар бәйләү буйынса оҫталыҡ кластары үткәрелә.

Был юлы оҫталыҡ класында Аҡъяр ауылының “Әхмәтшин урамы ҡыҙҙары һәм 1-се Аҡъяр мәктәбенең 8-се “б” класы уҡыусылары ҡатнашты. Оҫтабикәләр  йылы әйберҙәр бәйләү сәнғәтенә теләгән кешене өйрәтә. Нисә йәштә булыуың да мөһим түгел. Һәр кесе йома  16.00 сәғәттә Аҡъяр ауылы, Муса Гәрәев урамы, 40 адресы буйынса  Ғаилә хеҙмәтенә  бәйләмдәр һәм энәләр тотоп килергә генә кәрәк.

Ошо ябай булмаған осорҙа хәрбиҙәргә бик тә ярҙам итке килә, бары тик мөмкинлектән файҙалан ғына.

Служба семьи в Хайбуллинском районе

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас