

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон подразделениеларының береһе дошмандың миномет утына эләккән. «Мамад» ҡушаматлы взвод бүлексәһе командиры яраланған. Ул аяғынан ярсыҡты алып ташлаған һәм үҙенә тәүге ярҙам күрһәткән, ә һуңынан табиптарға мөрәжәғәт иткән.
Яугир госпиталгә оҙатылған, табиптар уның яраһын теккәндән һуң артабан дауаланыу өсөн өйөнә ҡайтырға кәңәш биргән. Ләкин яҡташыбыҙ Башҡортостанға ҡайтыуҙан баш тартҡан, юл ыңғай барған тәүге машинаға ултырып, үҙенең подразделениеһына килеп еткән, тип хәбәр ителә Башҡортостан батальондарының телеграм-каналында.