ЙӘМҒИӘТ
27 Октябрь 2022, 09:30

Йәшәү йәме - айыҡлыҡта

Йәнле һөйләшеүҙә киҫкен проблемалар күтәрелде

Йәшәү йәме - айыҡлыҡтаЙәшәү йәме - айыҡлыҡта
Йәшәү йәме - айыҡлыҡта

Билдәле булыуынса, районда «Айыҡ ҡатын» тип аталған муниципаль проект үҙ эшен башлағайны. Уны ойоштороусылар бер урында ғына тапанмай, туҡтауһыҙ эҙләнә, үҙенең эш йүнәлештәрен киңәйтә.

Ошо көндәрҙә сираттағы осрашыу Садовый ауылында үтеп, район хакимиәте вәкилдәре, “Ғаилә” хеҙмәте белгесе һәм башҡалар ҡатнашлығында «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Уның сиктәрендә актуаль мәсьәләләр күтәрелеп, яҙмыш һикәлтәдләрендә аҙашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү юлдары ҡаралды, гүзәл заттың һаулығы, бәхете тураһында һөйләштеләр.

 Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Миңзифа Ибраһимова, ЗАГС бүлеге начальнигы Заһира Биккинина, “Ғаилә” хеҙмәте белгесе Сәриә Билаловалар ҡатын-ҡыҙҙарға насар ғәҙәттәрҙе иҫкәртеү буйынса, әллә ҡайҙан яһап һөйләргә түгел, үҙҙәренең таныш-белештәре менән ысын булған күңелһеҙ ваҡиғаларҙы миҫалға килтереп, тертрәндергес итеп һөйләнеләр. Миңзифа Ибраһим ҡыҙы: “Яҙмыш һикәлтәләрендә һынмай-һығылмай, лайыҡлы йәшәгеҙ, сөнки һеҙ хоҙай бүләге – балаларығыҙға атай-әсәй наҙы менән бәхетле баласаҡ бүләк итергә бурыслыһығыҙ”, - тине.

Заһира Ғилман ҡыҙы: “Ғаиләләрҙең 40 проценты ирҙең йәки ҡатындың эскелеге, хыянат итеүе арҡаһында тарҡала”, - тип сарала ҡатнашыусыларға тормошта булған төрлө ҡыҙғаныс миҫалдар килтерҙе.

Йәнле һөйләшеү барышында ҡатын-ҡыҙ эскелеге проблемаһы тураһында фекер алышынды, эскелектән ҡотолоу юлдары ҡаралды. Сара аҙағында психолог Ләйсән Рәхмәтова фәһемле кәңәштәрен еткерҙе.

Осрашыуға килгән ҡатындарға сәләмәт тормош алып барыу буйынса кәңәштәр бирелде, һәр ҡатын-ҡыҙ үҙен һәр ерҙә бәхетле итеп тойорға тейеш, тине сығыш яһаусылар. Артабан да проектты ойоштороусылар ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләүҙе, уларҙы айыҡ тормошҡа әйҙәүҙе дауам итәсәк.

Светлана, Пахтусова, район хакимиәтенең опека, попечителлек һәм балалар хоҡуғын яҡлау бүлеге начальнигы: 

-  Ҡатын-ҡыҙ алкоголизмы дауаланмай тиһәләр ҙә, районда үҙ өҫтөндә эшләп, үҙендә был ауырыуҙан ҡотолоуға көс тапҡан ҡатындарҙың ҙур ҡаҙанышы тип иҫәпләйем. Тормошта төрлө хәл-ваҡиғалар булырға мөмкин, әммә йылдар үтеү менән ҡатын-ҡыҙ ире артынан эсә башлай тигән һығымтаға килдем. Алкоголизм арҡаһында ғына 8 бала етем ҡалды. Биш баланы Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе ғаиләләргә опекунлыҡҡа бирелде. Иң кесеһенә ике генә йәш ине. Үҙебеҙҙең яҡтан ҡатындарҙы дауалау өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. «Йәшел йылан» ҡотҡоһона бирелеп, имен булмаған һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған йөҙгә яҡын ғаилә иҫәпләнә ине. Бөгөнгө көнгә етмештән аушыы  дауаланыу үтеп, эскелектең төпһөҙ һаҙлығынан ҡотолдо. Тартып алынған балаларын ҡайтарып, айыҡ тормош башланылар. Эсеүен ташлап, ихтияр көсө күрһәткән ҡатын-ҡыҙҙар менән хатта разведкаға барырға мөмкин. Улар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ.

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас