ЙӘМҒИӘТ
27 Октябрь 2022, 06:43

Рәсәйҙә пенсия алды йәшендәге тигән статус ниндәй яңы мөмкинлектәр бирә?

..

Рәсәйҙә пенсия алды йәшендәге тигән статус ниндәй яңы мөмкинлектәр бирә?Рәсәйҙә пенсия алды йәшендәге тигән статус ниндәй яңы мөмкинлектәр бирә?
Рәсәйҙә пенсия алды йәшендәге тигән статус ниндәй яңы мөмкинлектәр бирә?

Хәҙер пенсия алды йәшендәге граждандар категорияһына эйә булыу өсөн тейешле документ талап ителә.

 
Рәсәйҙә пенсия алды йәшендәге тигән статус ниндәй яңы мөмкинлектәр бирә?
 
Рәсәйҙә пенсия алды йәшендәге тигән статус ниндәй яңы мөмкинлектәр бирә?

Рәсәйҙә 2025 йылдан пенсия алды йәшендәге тигән статус алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә.

Мәғлүмәтте Дәүләт хеҙмәттәре аша юлларға була. Хәҙер пенсия алды йәшендәге граждандар категорияһына эйә булыу өсөн тейешле белешмә кәрәк, уны Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһендә йәки онлайн бирәләр, тип хәбәр иттеләр Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығында.

Әлеге ваҡытта рәсәйҙәр буласаҡ пенсия күләме, бала тыуғанда ярҙам саралары, инвалидлыҡты билдәләү һәм пенсия йәше етеүе тураһында мәғлүмәттәрҙе ғаризаһыҙ ала.

Пенсия алды йәшендәге статус тураһында документ ер, мөлкәт өсөн һалым түләүҙән азат итеү, диспансеризацияға түләүле ике ял көнө алыу, эштән бушатыуҙан һаҡлау, эшһеҙлек буйынса пособиены арттырыу, квалификацияны күтәреү йәки әҙерлек курстарын үтеү мөмкинлеге бирә. Льготаларҙың төрөнә ҡарап, пенсия алды йәшендәге статус төрлө йәштә бирелә. Шуға күрә һалым хеҙмәтенә, эш биреүсегә һәм мәшғүллек хеҙмәтенә белешмә талап ителеүе бар. Белешмәне дәүләт Хеҙмәттәре аша һорап алырға мөмкин.

Фото: "Башинформ"дан.

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Автор:
Читайте нас