ЙӘМҒИӘТ
27 Октябрь 2022, 06:25

Исеме - халыҡ хәтерендә

..

Исеме - халыҡ хәтерендәИсеме - халыҡ хәтерендә
Исеме - халыҡ хәтерендә

Баш ҡалабыҙҙа  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы  Ноғман Мусин йәшәгән  йортта мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Ноғман Мусин ижады – халыҡсан ижад. «Өҙәрем юл кешеләре», «Һайлап алған яҙмыш», «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа – аҡ болан» кеүек эпик йөкмәткеле романдары,  «Зөһрә», «Төпкөлдән төшкән килен», «Аҡ юл һиңә!» һ.б. үткер проблемалы повестары , күп һанлы хикәйә һәм очерктары күптән инде халҡыбыҙҙың аҫыл гәүһәренә әйләнгән.

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, кешеләргә оло һөйөү, миһырбанлыҡ  менән һуғарылған ижад өлгөләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Уның яҙған әҫәрҙәрен нисәмә быуын уҡыусылар яратып, һоҡланып уҡыуҙан туҡтамай.

 
 
Автор:
Читайте нас