ЙӘМҒИӘТ
27 Октябрь 2022, 04:34

Фотола мин Ғәлийән Байғусҡаров менән

Был егет сығышы менән Хәйбулла районы Ғәлихмәт ауылынан. Ғәлийәнгә тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, имен-һау ғаиләһенә ҡайтыуын теләйем.  Мин уларға ҡунаҡҡа барырға вәғәҙә иттем. Бергәләшеп сәй эсеп ултырырға насип итһен!

Фотола мин Ғәлийән Байғусҡаров менәнФотола мин Ғәлийән Байғусҡаров менән
Фотола мин Ғәлийән Байғусҡаров менән

Фотола минең менән Ғәлийән Байғусҡаров. Ул сығышы менән Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылынан. Ул өлөшләтә мобилизацияғка тиклем Баймаҡ дауаханаһында Тиҙ ярҙам хеҙмәте фельдшеры булып эшләгән, өйҙә уны ҡатыны һәм ике бәләкәй балаһы көтә.

Ғәлийән менән уҙған аҙнала Ҡазан ҡалаһына мобилизацияланған егеттәр янына барғанда  һалдат ашханаһында осраштыҡ. Ул унда ла фельдшер булып эшләй, егеттәргә медицина ярҙамы күрһәтә. Командирҙар Ғәлийәнде маҡтап,  ышаныслы һәм юғары кимәлдә тәжрибәле медицина хеҙмәткәре тип билдәләне.

Ғәлийән Байғусҡаров менән аралашҡандан һуң, башҡа егеттәр өсөн тынысланып ҡалдым. Медицина хеҙмәткәре  кәрәк булғанда һәр ҡайһы ваҡытта, яу яланында ла һалдаттарға ярҙам күрһәтәсәгенә ышанам.

Бына ошолай ябай ғына егеттәр хәрби шарттарҙа уларҙың ата-бабалары һымаҡ герой булалар. Ғәлийәнгә тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, имен-һау ғаиләһенә ҡайтыуын теләйем.  Мин уларға ҡунаҡҡа барырға вәғәҙә иттем. Бергәләшеп сәй эсеп ултырырға насип итһен!



#МыВместе #мобилизация #башкортостан #баймакскийрайон #депутатгосдумы #зарифбайгускаров

Зариф Байгускаровтың сәхифәһенән алынды.

https://vk.com/bayguskarov_z_z

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас