

Сәғит ауылына ижади эшебеҙ буйынса бер-нисә тапҡыр барырға насип булды. Барған һайын ауыл үҙенең күркәмлеге, таҙалығы, бөхтәлеге һәм төҙөк булыуы менән йәлеп итә ине. Һәр өй, ҡапҡа сағыу буяҡтарға буялған, ҡайһылай матур өйҙәр, эстән дә шулай матур, уңайлылыр, йорт хужалары ла уңған кешеләрҙер инде тип һоҡланып үттем бер юл төшкәндә. Һәм бына, ниһайәт, Маҡан ауыл советы биләмәһенең Сәғит (халыҡ телендә Ҡалтай) ауылы халҡының бер-нисәүһе менән осрашып, күңелле һәм файҙалы әңгәмә ҡороп, улар менән яҡындан танышыу насибы тейҙе.
Беҙҙе ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойошторусыһы Резеда Тимербулат ҡыҙы ихлас ҡаршы алып: “Беҙҙә иңде-иңгә терәп, мөһаббәт йорттар һалып сығып, бынамын итеп йәшәгән ауылыбыҙ уңғандары күп ул, әйҙәгеҙ ошо йорттан башлайыҡ, бында йәштәргә биргеһеҙ итеп Ғайсиндар донъя көтә”,- тип артынан эйәртте. Йорт хужалары ла беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, йорт түренә әйҙүкләне.
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 43-сө һанында баҫылып сыға.