

Украинала хәрби бурысын үтәгән ике яҡташыбыҙ, Ҡырмыҫҡалы районы егеттәре наградаларға тәҡдим ителгән. Уларҙың ҡаһарманлығы тураһында урындағы хакимиәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Райондың Яңы Ҡыйышҡы ауылында тыуып үҫкән 22 йәшлек Айҙар Н. дүрт ай буйына махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән күрһәткән батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

21 йәшлек Игорь Родин — Константиновка ауылынан. Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжына уҡырға ингән. Һуңынан армия сафында хеҙмәт иткән. 2022 йылдың февралендә үҙ теләге менән Украинаға ебәрелгән. Бер нисә аҙна буйына алғы һыҙыҡта һуғышҡан. Яҡташыбыҙ ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәгәне өсөн Рәсәй Оборона министрлығының «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланған.
Әле егет тыныс тормошҡа ҡайтҡан. Ҡырмыҫҡалы магистраль газ үткәргестәр етештереү идаралығына эшкә урынлашҡан. Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөй.
Автор:Ләйсән Закирова