

Ап-аҡ һөттән, аҡ ниәттән
Хасил булған аҡ ҡорот.
Һағындыра әсе тәме
Ауыҙ һыуҙары ҡороп.
Ҡояш наҙын, ер йылыһын,
Үлән шифаһын тойоп,
Ҡоротло һурпалар эсеп
Сир бар икәнен онот.
Өҫтәлеңдән өҙөлмәһә
Шифалы әсе ҡорот
Аллахол менән Фесталды
Тупһаңдан ебәр бороп.
Ҡорот эшләү сере ябай:
Аҡ һөттән ҡатыҡ ойот,
Ҡатығыңды һапырып тор
Ҡайнар ҡаҙанға ҡойоп.
Тәмләтер ҡайнар ҡоротто
Ҡыр сейәһе япрағы,
Танһыҡтарың ҡандыра алмай
Тәмләрһең тағы-тағы.
Кескәй тоҡҡа һалып һарҡыт
Эркетте -ҡорот һыуын,
Тоҙлап йә шәкәрләп ал да
Самалап ҡына һоғон.
Кескәй йомарсаҡтар итеп
Ҡышҡылыҡҡа әҙерлә.
Һурпаларың тәмләтерһең
Бисмиллалап, ҡәҙерләп.
Ап-аҡ һөттән ризыҡ төрләп
Хасил була аҡ ҡорот.
Әсе ҡорот әҙерләйек
Татлы ниәттәр ҡороп,
Изге теләктә тороп.