

Мәмбәт ауылынан бәхетле ҡартлыҡ кисереүсе хеҙмәт ветерандары Кинйәбикә менән Фәрит Мәмбәтовтар 65 йылға яҡын тормош һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоноп бергә атлай. Ауылда иң өлгөлө һәм абруйлы ғаилә булараҡ та ауылдаштары уларҙы хөрмәт итә.
Кинйәбикә Ғәҙелша ҡыҙы 30 йылға яҡын башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, Фәрит Исмәғил улы мал табибы була. Аҙаҡ төрлө урында эшләп, 44 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыға.
Ауылда ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙанған ғаилә хаҡлы ялға сыҡҡас, баҡса үҫтереүгә тотона. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, баҡсаларында нимәләр генә юҡ! Йорт хужаһы уларҙы тәрбиәләй, хужабикә иһә емеш-еләктән ҡайнатмалар, компот яһай, йәшелсә тоҙлай, салаттар әҙерләй. Дүрт бала тәрбиәләп тормош юлына баҫтырғандар, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре – йылылыҡ һәм матурлыҡ бөркөп, уларҙы һәр саҡ көтөп торған йорттоң төп ҡунаҡтары.
Ысынлап та, ауылда Мәмбәт ҡарт вариҫтарының береһе булған, бөгөн инде туғыҙынсы тиҫтәләрен ваҡлаған Мәмбәтовтар, йәшлек дәртен, күңел хисен, йөрәк йылыһын юғалтмайынса, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып йәшәүҙәре менән бәхетле. Юҡҡамы ни халыҡ та “ҡартлыҡтағы бәхет – иң ҙурыһы” тимәй бит!
Кәримә Усманова.