

Алтын көҙҙөң сыуаҡ көндәренән файҙаланып, Иләс ауылы халҡы ла экологик өмәгә сыҡты.
Тыныслыҡ урамы, Турат йылғаһы буйҙары сүп-сарҙан таҙартылды. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары ла үҙ территорияларын тәртипкә килтерҙе. Бындай төр сараларҙы балалар менән бергә башҡарыуҙың тәрбиәүи мәғәнәһе лә бар, ти ойоштороусылар. Тәртипле йәш быуын тәртипле ололар миҫалында тәрбиәләнә, хеҙмәткә, тыуған ергә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙә лә бындай төр саралар ҙур әһәмиәткә эйә, тип белдерә Иләстәр.