

Футбол уйнағанда электр тогына һуғылып ҡулын юғалтҡан Балтай ауылынан 10 йәшлек Илназ Дәүләтов яңы ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты.
Хәҙер бала һүрәт төшөрә башлаған. Ул быны аяҡ менән эшләй. Илназдың уңыштары менән фотоһүрәт уның социаль селтәрҙәге шәхси аккаунтында урынлаштырылған.
Уның сәхифәһенә яҙылыусылар билдәләүенсә, баланың картиналары бик матур, һәм уның һүрәт төшөрөргә һәләте бар.
Етегән