

Үҙ халҡын күтәргән халыҡтың киләсәге бар, тиҙәр. Ысынлап та үҙ милләте, үҙенең атайсалы, республиканың көнеьяҡ-көнсығыш төбәген иҡтисади, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау үҙәгенә әйләндереү буйынса ғәйәт ҙур эштәр атҡарған, тыуған ҡалаһы Сибайын төбәктең мәккәһенә әйләндергән Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уның башланғысы менән нигеҙ һалынған һәм оҙаҡ йылдар етәкселек иткән Сибай институты бинаһына таҡтаташ асыуҙан башланды. Сарала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, шәхестең ҡыҙы Гүзәл Йәрмөхәмәтова ҡатнашты.
Зиннур Йәрмөхәмәтов - дәүер кешеһе, үҙ заманының иң алдынғы ҡарашлы, алдан күҙаллай белгән, халҡына тоғро хеҙмәт иткән, бөйөк эштәр атҡарған арҙаҡлы шәхестәренең береһе ул. Уның хөрмәтенә ойошторолған хәтер кисәһендә бына шундай баһа бирелде. Үҙҙәренең фекерҙәре менән БДУ-ның Сибай институты директоры Илдар Хәмитов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, оҙаҡ йылдар бергә эшләгән Семен Чернов, Йәлил Һөйөндөков, Ирек Бикмәтов, Йәүҙәт Биккинов, ҡала советы һәм хакимиәте етәкселәре сығыш яһаны.
Конференцияла ҡатнашыусылар һуңынан резолюция ҡабул итте. Мөһим тәҡдимдәр араһында БДУ-ның Сибай институтына Зиннур Йәрмөхәмәтовтың исемен биреүҙе юллау ҙа бар ине. Был иһә олуғ шәхестең исемен мәңгеләштереүҙә тағы бер етди аҙым булыр ине. Ул быға лайыҡ.
Автор:Карима Усманова
Автор фотолары.