ЙӘМҒИӘТ
22 Октябрь 2022, 21:43

Тирмән тартып, талҡан тәмләгеҙ!

2022 йыл Халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителде. Байғусҡар мәҙәниәт йортонда балалар өсөн "Талҡан байрамы" үткәрелде.

Тирмән тартып, талҡан тәмләгеҙ!Тирмән тартып, талҡан тәмләгеҙ!
Тирмән тартып, талҡан тәмләгеҙ!

2022 йыл Халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителде.
Талҡан - төрки халыҡтары ның, шул иҫәптән башҡорттарҙың да милли аш-һыу төрө. Уны тере, шифалы аҙыҡ тип тә йөрөтәләр. Сөнки ул күп осраҡта бойзайзан, хатта арыш, һоло, ҡарабойҙайҙы эшкәртеп, тирмәндә тартып яһалған ондан эшләнә. Талҡан үҙенең оҙайлы һаҡлауға ярашлы аҙыҡ булыуы менән отошло.
Бөгөн Байғусҡар мәҙәниәт йортонда балалар өсөн "Талҡан байрамы" үткәрелде. Мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлил Вәлиев талҡан тураһында бик күп мәғлүмәт тәр бирҙе, бойҙайҙы йыуып киптергэндэн һуң, тирмәндә тарттырыла икәнен, бик күп көс сарыф ителеп, талҡан барлыҡҡа килеүен, үҙҙәре тирмән тартып ҡарап,
талҡандын милли аҙыҡ һәм организм өсөн бик файҙалы икәнен белделәр. Тирмәндән тартып эшләнгән талҡандын бик тәмле, сифатлы булыуын билдәләп, үҙҙәре ауыҙ итеп, бик куп һорауҙарға яуап алдылар, балаларға талҡан бик оҡшаны, тағы каникул ваҡытында ошо уҡ сараны ҡабатлап үткәреүе беҙҙе һоранылар.Кемдәр ҡыҙыҡһына, әйҙәгеҙ һеҙҙә
килегеҙ, ризыҡ ауыҙ итегеҙ, бергәләп тирмән тартып, талҡан тәмләп ҡарағыҙ!
Рәхим итегеҙ!
#УфаРЦНТРУфаМКРБ
#Культурахайбуллы
#АкьярРДК
#Талҡанбайрамы
#халыҡсәнғәтехаммадтибулмаганмэзэни мираҫйылы
#Трезвоесело2022
#Айыкауыл2022
#БайгускаровскийСДК

Автор:
Читайте нас