

Федерация Советының Халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Джабаров "Парламентарский час" гәзитенә биргән интервьюһында Рәсәйгә кире ике йыллыҡ әрме хеҙмәтен ҡайтарыу хаҡында уйланыр кәрәк тип белдерҙе.
Джабаров белдереүенсә, ҡатмарлы техниканы бер йылда үҙләштереп булмай. Ике йыллыҡ армияла һан яғынан да күп.
--Әгәр армия көслө һәм күп булһа, әлеге мәлдә мобилизация ла кәрәкмәгән булыр ине,-тигән фекерҙә.
Ә һеҙ ниндәй фекерҙә?