


18-се ПСЧ составындағы 124-се ҡарауыл начальнигы Артур Иванов Дүртөйлө мәктәптәренең береһендә барған учениелар мәлендә һөйгән ҡыҙына тәҡдим яһаған
Бының турала Республика менән идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуына тура тоҡандырыу мәлендә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса матбуғат хеҙмәте еткәсеһе вазифаһын башҡарыусы Андрей Зайцев һөйләп үтте.
Янғын һүндереүсенең һөйгәне ошо мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. Тәҡдимгә ул ризалыҡ биргән, уҡыусылар һәм уҡытыусылар быны ҡул сабып тәбрикләгән.
«Беҙҙең белгестәр ут менән генә көрәшеп ҡалмай, улар ысын романтик та була ала. Артур тап шундайҙарҙан булып сыҡты. Был иҫ киткес!!» — тине студия ҡунағы.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-10-21/pozharnyy-v-bashkirii-sdelal-predlozhenie-svoey-devushke-vo-vremya-ucheniy-2997877