

Районда тағы ла бер йәш ғаилә барлыҡҡа килде.
Ҡазан ҡалаһында өлкән прапорщик Вәғиз Ибраһимов һәм Сәлиә Дәүләтбирҙина законлы никахтарын теркәне. Хәҙер күп парҙар һөйгәндәре хәрби күнекмәләр үткән урында никах теркәйҙәр. Сәлиә лә Вәғиздән тормош юлын бергә үтергә тәҡдим алғас, Ҡазан ҡалаһына юллана. Йәш йөрәктәрҙе ҡотлап, бәхетле тормош, ил тыныслығы, Вәғиз Ибраһимовтың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.