

Аҡъяр ауылында йәшәүсе Миләүшә Миңлеәхмәт ҡыҙы Юлдашбаева бөгөн туҡһан йәшен билдәләй.
Фиҙаҡар хеҙмәт һәм тормош юлы үткән, лайыҡлы балалар тәрбиәләп үҫтергән инәйҙең тормошо оло ихтирамға лайыҡ. Кесе улы Салауат һәм килене Флорида тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә бөгөн нурлы йөҙлө Миләүшә инәй. Сәләмәтлеге бер аҙ ҡаҡшаһа ла, күңел көрлөгөн юғалтмаған ул.
Оло юбилейы менән тәбрикләп, Миләүшә Миңлеәхмәт ҡыҙына ныҡлы сәләмәтлек, рух күтәренкелеге теләйбеҙ. Яҡындарығыҙҙың иғтибарына төрөнөп, тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә насип булһын!