

Ҡазан ЗАГС-ында Башҡортостандан булған ике пар яҙылышҡан. Нуриман районынан Юлия исемле ҡыҙ буласаҡ ире Русланға килгән һәм шулай итеп Мофазаловтар ғаиләһе барлыҡҡа килгән. Улар быны мобилизацияға тиклем башҡарып өлгөрмәгән булған.
«Йәштәр шуның менән алыҫ аралар үҙәҙренә ҡаршылыҡ түгел тип иҫбатланы. Руслан менән Юлиәне был иҫтәлекле дата менән ҡотлайбыҙ. Бындай ҡатмарлы ваҡытта иң яҡындарҙың бер-береһенә ярҙамы кәрәк. Һеҙгә һаулыҡ, мөхәббәт, оҙаҡ һәм бәхетле йәшәргә теләйбеҙ», - тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә район хакимиәте етәксеһе Вилдан Ситдыҡов.
Шул уҡ ҡалала Мәсетле районынан пар үҙҙәренең мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерҙе. Район хакимиәте башлығы Әнисә Әсәҙуллин Ришат менән Нурзидәгә үҙенең иң изге теләктәрен социаль селтәрҙәр аша еткерҙе.
Автор: Ләйсән Закирова