

Өфө ҡалаһынан Айрат Хажиев хеҙмәттәштәре менән бергә Украина менән сик буйына командировкаға ебәрелә. Шунда яҡташтарыбыҙ йәшәгән ялан лагерына ҡара бесәй эйәләшә. Ирҙәр уны үҙҙәренең талисманы итеп ҡабул итә һәм йән эйәһенә Донбасс ҡушаматы бирелә.
«Ирем тәүге көндәрҙән үк беҙгә бесәйҙең видеоһын ебәрҙе. Беҙ уға "Эштәрең нисек?" ти яҙғанда, ул: "Бесәйҙе йоҡлатам, бесәйҙе ашатам", - ти торғайны", - тип көлә Айраттың ҡатыны Луиза Хажиева.
40 көнлөк командировканан һуң, Айрат Хажиев бесәйҙе үҙе менән алып ҡайтырға була. Хәрби дуҫты нисек сит тарафта ҡалдыраһың? Өфөлә лә бесәйҙе бөтә ғаилә көтөп ала. Донбасс әлеге ваҡытта балалар менән дуҫлашып, тулы хоҡуҡлы ғаилә ағзаһы булған. Пуфик ҡушаматлы эт менән дә дуҫлашҡан. Яңы йылдан һуң, Айрат йәнә командировкаға юлланасаҡ. Ә Донбасс уны өйҙә көтәсәк.
Фото:личный архив семьи Хажиевых