ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2022, 14:48

Сибайҙар тағы Ҡазанға барған

   

Сибайҙар тағы Ҡазанға барғанСибайҙар тағы Ҡазанға барған
Сибайҙар тағы Ҡазанға барған

Республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан өлөшләтә мобилизацияланған ир-егеттәргә аҙна һайын тиерлек тыуған яҡтарынан ҡайнар сәләмдәр менән бергә кәрәк-яраҡ, йылы кейемдәр, шулай уҡ үҙҙәре һораған әйберҙәр оҙатыла.

Был юлы Сибай ҡалаһынан бер төркөм етәкселәр Ҡазан ҡалаһындағы егеттәр янына барып ҡайтҡан. Был хаҡта үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә БДУ-ның Сибай институты директоры Илдар Хәмитов хәбәр итә.

"Сибай ҡалаһы хакимиәте, депутаттар Советы ярҙамында Ҡазанға мобилизацияланған яҡташтар янына барып ҡайттыҡ. Уларға яҡындары, туғандары, ҡалалаштар, БДУ-ның Сибай институты хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары ебәргән посылкаларҙы тапшырҙыҡ", - тип яҙған Илдар Хәмитов.

Мобилизацияланған һалдаттарҙың тиҙерәк тыуған яҡтарына, һөйгән йәрҙәре, балалары, ата-әсәләре һәм туғандары янына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

 

Фото: Илдар Хәмитовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова

Сибайҙар тағы Ҡазанға барған
Сибайҙар тағы Ҡазанға барған
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас