ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2022, 06:55

Рөстәм Шәрипов ил һаҡсылары менән осрашты

Егеттәрҙең тиҙҙән отпускыһы бөтөп, йәнә алғы һыҙыҡҡа атлығасаҡ

Рөстәм Шәрипов ил һаҡсылары менән осраштыРөстәм Шәрипов ил һаҡсылары менән осрашты
Рөстәм Шәрипов ил һаҡсылары менән осрашты

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә Ватаныбыҙҙың ил һаҡсылары, хәрби  егеттәр менән осрашыуы тураһында хәбәр итә.

“Егеттәр әле отпускыла, тиҙҙән йәнә алғы һыҙыҡҡа барасаҡ. Яҡташтар менән осрашыуҙа киләсәктә район уларға ниндәй ярҙам күрһәтәсәге тураһында ла фекер алыштыҡ. Ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, егеттәрҙең кәйефе хәрбиҙәрсә, үҙебеҙҙекеләр янына, Ватанды һаҡларға ынтылалар. Йәш егеттәрҙең илһөйәрлеге, рух ныҡлығы, уйлап фекер итә белеүҙәре  күңелгә үтеп инде. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ һәм Еңеү менән ҡайтыуҙарын көтәбеҙ”,--тип яҙа Рөстәм Динислам улы.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас