ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2022, 07:30

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләре бушлай юридик ярҙам менән ҡуллана ала

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләре юридик һәм финанс һорауҙар буйынса бушлай юридик ярҙамға өмөт итә ала. Был төбәк властары ҡабул иткән хәрби хеҙмәттәгеләргә социаль ярҙамдың өҫтәлмә сараларына ярашлы эшләнә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләре бушлай юридик ярҙам менән ҡуллана алаМахсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләре бушлай юридик ярҙам менән ҡуллана ала
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләре бушлай юридик ярҙам менән ҡуллана ала

 

Был документтың 24-се пунктына ярашлы ғаилә ағзалары республиканың бөтә профилле министрлыҡ-ведомстволарында, шулай уҡ республиканың район-ҡала хакимиәттәрендә консультация ярҙамы ала ала. Бөгөнгә БР Дәүләт юридик бюроһы белгестәре мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған дүрт яҡташыбыҙҙың ғаиләләре мөрәжәғәтенә яуап ҡайтарған.

Был мөмкинлек менән файҙаланыу өсөн мобилизацияланғандарҙың ғаиләләре түбәндәге адрестар һәм телефондар буйынса мөрәжәғәт итә ала:
- Өфө, Октябрь революцияһы урамы, 3, тел. 8(347) 272-29-23,
- Өфө, Октябрь проспекты, 180, тел. 8(347) 216-17-11,
- Нефтекама, Нефтселәр урамы, 22, 114-се бүлмә, тел. 8(34783) 4-45-30,
- Октябрьский, Чапаев урамы, 16, тел. 8(34767) 6-05-06,
- Сибай, Ленин урамы, 12, 105-се бүлмә, тел. 8(34775) 2-23-82,
- Стәрлетамаҡ, Хоҙайбирҙин урамы, 83, тел. 8(3473) 33-58-29,
- Мәсәғүт, И. Усов урамы, 3, тел. 8(34798) 3-36-63.


https://www.bashinform.ru/news/social/2022-10-18/semi-uchastnikov-svo-mogut-poluchit-besplatnuyu-yuridicheskuyu-pomosch-2993279

Автор:
Читайте нас