

Президент Владимир Путин, балаларҙы һәм йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү маҡсатында, Хөкүмәткә дами рәүештә мультимедия продуктары етештерергә ҡушты.
Был турала Кремль сайтында хәбәр ителә. Күрһәтмәгә ярашлы, 30 декабргә тиклем балалар һәм үҫмерҙәр фильмдарын дәүләт тарафынан финанслау ҡануниәт менән нығытылырға тейеш. Шулай уҡ йыл һайын балаларҙы рухи-әхлаҡи тәрбиәләүгә йүнәлтелгән мультимедия проекттарына 3,9 миллиард һум бүленә. Был тәңгәлдәге докладты ил етәксеһе 1 ноябргә тиклем көтәсәген белдерә.
Мәҙәниәт министрлығына иһә мәктәп уҡыусыларына художестволы, документаль, фәнни-популяр фильмдар күрһәтеү буйынса эш алып барыуҙы йөкмәтте. Доклад 1 декабргә әҙер булырға тейеш.