

БР Финанс министрлығы хәбәр итеүенсә, 2022 йылдың 1 декабрендә мөлкәт, транспорт һәм ер өсөн һалым түләү буйынса берҙәм ваҡыт етә.
Хөкүмәттең вице-премьеры – республиканың финанс министры Лира Иғтисамова әйтеүенсә, һалымдарҙы үҙ ваҡытында өйҙән сыҡмайынса ғына онлайнда Рәсәй ФНС-ы сайтында йәки “Физик шәхестәрҙең һалымдары” мобиль ҡушымтаһы аша түләргә мөмкин. Бынан тыш, “һалымдарҙы һәм пошлиналарҙы түләү” бүлегендә “Физик шәхестәрҙең һалымдарын, страховкалау взностарын түләү”, “Өсөнсө кешеләр өсөн һалымдарҙы түләү”, “Түләү поручениеһын тултырыу” кеүек интернет сервистары менән ҡулланып була.
Әгәр ҙә 1 ноябргә тиклем һалым түләү тураһында иҫкәртмә килмәһә, һалым органына мөрәжәғәт итергә йәки "Һалым түләүсенең шәхси кабинеты" аша мәғлүмәт ебәрергә кәрәк.
Сығанаҡ: “Башинформ”.
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы.