

Бөгөн бөтә район халҡы ил һаҡларға алынған ир-егеттәр өсөн йылы һәм көндәлек кәрәкле әйберҙәр әҙерләй. Ә иләстәр иһә Ватанды һаҡлаусылар именлегенә, ил тыныслығына тип аҡ ҡорбан салырға ниәтләп, бының өсөн бөтә ауыл менән аҡса йыйырға була. Беҙгә был турала Иләс ауылының “Таһир” мәсете муллаһы Илфаҡ Шәрипов бәйән итте.
--Илдә өлөшләтә мобилизация башланып, егеттәрҙе хәрби күнекмәләр үтергә ала башлағас, иман йортонда ошо турала ауылдаштар менән һөйләшеп, бергәләп һуғыш афәте тиҙерәк туҡтаһын тип аҡ ҡорбан салырға тигән уртаҡ ҡарарға килдек. Ауыл халҡы был тәҡдимгә берҙәм риза булып, һәр ғаиләнән тиҙ арала аҡса йыйҙылар. Әллхәмдулилләһ, уйлаған ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашырҙыҡ, Аллаға шөкөр. Бер аҙна эсендә кәрәкле сумма йыйылып, ҡорбанлыҡ мал һатып алдыҡ. Ҡорбандың бер өлөшө ил тыныслығына аят-доғалар ҡылып, Мәүлит байрамын үткәргәндән һуң, ашатылды. Ҡорбандың икенсе өлөшөнә банкаларҙа быҡтырылған ит әҙерләргә тигән тәҡдим еткерҙеләр. Был турала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа еткергәс, ул был эште хупланы. Район хакимиәте һәм Яңы Ергән ауыл биләмәһе һәр яҡлап ярҙам күрһәтте.
Малды салғанда, итте өлөштәргә бүлгәндә ир-егеттәр әүҙем ҡатнашты. Улар араһында Руслан Ишбулдин, Ғәзинур Шәрипов, Әхмәт Ҡунаҡасов, Мәхәмәтдин Биксәмбәтов, Нияз Рәхмәтов, Зәйнулла Мәмбәтов, Фәнил Рәхмәтовтар әүҙемлек күрһәтте. Хатта башҡа ауылдарҙан килеп, ярҙам итеүсе егеттәр булды. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙы айырым әйтеп тә булмай, күмәкләшеп йүгереп йөрөп, был сауаплы эшкә үҙ өлөшөн индерҙе,--тип һөйләне беҙгә Илфаҡ Әмирхан улы.
Эйе, Турат ҡатындары, йәш килендәр, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары бөтә эште башлап, ҙур әүҙемлек күрһәткән. Араларында оло йәштәге инәйҙәр ҙә изге ғәмәлгә үҙ өлөштәрен индергән. Ауылдың бер осонда уңғанбикәләр тултырма эшләһә, икенсе осонда йәшәүселәр ең һыҙғанып тушенка өсөн ит тураған. Күмәкләгәс, эш тә әүҙем барған. Ошо эш менән бер рәттән, Иләстәр һалдаттарға посылка ла әҙерләгән.Кемдер йылы ойоҡбаштар бәйләһә, икенселәр егеттәргә кәрәкле әйберҙәр, күстәнәстәр алып килгән. Яңы Ергән ауылынан 4 егеткә ауылдаштары айырым посылка әҙерләй тигәс, быҡтырылған иттәрҙе уларға ла бүлеп бирәләр. Ә бындай тәмле ризыҡты ауыҙ иткән һалдаттарҙан рәхмәт белдереп, яуап видео-хат килгәс, үҙҙәренең дә шатлығы сикһеҙ ауыл халҡының.