

Бер ваҡыт аҡыл эйәһенә бер ир үҫмер улын килтереп, уға ваҡыт ҡәҙере тураһында һабаҡ биреүен үтенә. “Үҙем дә был хаҡта күберәк белһәм, ҡамасауламаҫ”, – тип улар янында ҡала.
“Ваҡыт – ул абстракт төшөнсә, – ти аҡыл эйәһе. – Уны аңлар өсөн ете кеше – студент, йәш ба лалы әсәй, гәзит мөхәррире, ғашиҡ әҙәм, машинист, шофер һәм спортсы һеҙгә ярҙам итә
ала”.
Бер нәмә лә аңламауҙан ауыҙҙарын асып аңшайып ҡалған теге икәүгә ҡарап, һүҙен артабан да дауам итә: “Йыл ҡәҙерен аңларға – сессияһын тапшыра алмаған студент, айҙыҡын белер өсөн етлекмәй тыуған бала әсәһе менән осрашырға кәрәк. Аҙна тураһында – аҙналыҡ гәзит нәшер итеүсе мөхәррир; сәғәттең мөһимлеген – һөйгәнен өҙөлөп көткән ғашиҡ йәр; минуттар хаҡында – поезға һуңлаусыларҙы күп күргән машинист; секунд тураһында күҙ алдында авариялар шаһиты булған шофер бәйән итер. Ә миллисекундтарҙың тормошта нисек ҙур роль уйнағанын Олимпиада уйындарында көмөш миҙал алыусы спортсы аңлатыр...”
"Шонкар" журналынан.