

Хәсән Илбәков Хәйбулла юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәре.
Хәсән Ғилман улының хеҙмәт стажы 45 йыл, шуларҙың 20-һен асфальт-бетон түшәү машинисы булып эшләй. Ошо дүрт тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә ул үҙен һөнәрен ысынлап та яратҡан инициативалы, намыҫлы хеҙмәткәр итеп күрһәткән.
Фото һәм мәғлүмәт район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың сәхифәһенән алынды