ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2022, 07:26

"Һеҙ - Рәсәй ғорурлығы! Һеҙ - Рәсәй намыҫы!"

Бүребай мәктәбендә ошо исем аҫтында күргәҙмә уҙғарылды. Хәйбулла район музейы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған күргәҙмәлә һәр кем легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың данлы яу юлы менән таныша алды.

"Һеҙ - Рәсәй ғорурлығы! Һеҙ - Рәсәй намыҫы!""Һеҙ - Рәсәй ғорурлығы! Һеҙ - Рәсәй намыҫы!"
"Һеҙ - Рәсәй ғорурлығы! Һеҙ - Рәсәй намыҫы!"

14 октябрҙә Бүребай ауылы мәктәбендә 5-се "ш" класы уҡыусыларын "шайморатовсылар"ға арнау тантанаһы үтте.

Мәктәп хакимиәте һорауы буйынса тантаналы сараға Хәйбулла тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейы «Һеҙ - Рәсәй ғорурлығы! Һеҙ - Рәсәй намыҫы!» тип исемләнгән күргәҙмә ойошторҙо. Ул легендар генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға арналды. Күргәҙмә менән муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, район хакимиәте, мәғариф идаралығы, мәктәптәр, балалар баҡсалары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар һәм ата-әсәләр составындағы сарала ҡатнашыусылар танышты.

 

фото һәм мәғлүмәт:Хәйбулла тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейы.

"Һеҙ - Рәсәй ғорурлығы! Һеҙ - Рәсәй намыҫы!"
"Һеҙ - Рәсәй ғорурлығы! Һеҙ - Рәсәй намыҫы!"
"Һеҙ - Рәсәй ғорурлығы! Һеҙ - Рәсәй намыҫы!"
"Һеҙ - Рәсәй ғорурлығы! Һеҙ - Рәсәй намыҫы!"
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас