

Төрлө район һәм ҡалаларҙан мобилизацияланған егеттәр ғаиләле булыуы хаҡында әленән-әле ҡыуаныслы яңылыҡтар менән уртаҡлашыуҙы дауам итәбеҙ. Был юлы Ҡазан ҡалаһынан шатлыҡлы хәбәр менән Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһендә уртаҡлаша.
"Иҫке Сибай ауылынан хәрби хеҙмәткә алыныусы Наил Ҡорманов менән уның кәләше Дилә Ҡаҙарбаева никахтарын законлаштырҙы! Тормошоғоҙҙоң мөһим ваҡиғаһы уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ. Иң мөһиме — был хискә һаҡсыл ҡарап, уны ҡәҙер итегеҙ. Ауыр ваҡиғалар һеҙҙе бер ҡасан да борсомаһын! Һәр ваҡыт бер-берегеҙгә ныҡлы таяныс, терәк булығыҙ! Йәштәрҙе ҡотлайбыҙ! Ғүмерегеҙ - мөхәббәтле, мөхәббәтегеҙ ғүмерле булһын!" - тип яҙған Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Беҙ ҙә йәш ғаиләне ҡотлайбыҙ!
Фото: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.