

Мобилизацияға эләккән граждандарға гуманитар ярҙам йыйыуға йәш хәйбуллалылар ҙа ихлас ҡушылды.
“Күңел йылыһы” акцияһы сиктәрендә, уҡыусы-ирекмәндәр һалдаттар өсөн көндәлек кәрәкле әйберҙәр йыйып, ирекмәндәр штабына тапшырғандар. Уҡыусылар гигиена әйберҙәре, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлектәр йыйған. Иң мәһиме, егеттәр һәм ҡыҙҙар һалдаттарға матур теләктәр менән хат яҙған.