

Турҙы һатып алған урын буйынса туроператорға йәки турагентҡа шәхсән үҙегеҙ йәки вәкилегеҙ (туғанығыҙ йәки сәфәргә бергә сығырға күҙаллаған кеше) аша мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Мөрәжәғәт иткәндә повестканың күсермәһен күрһәтергә кәрәк. Артабан туроператор менән килешеү буйынса түбәндәге ҡарарҙарҙың береһен ҡабул итә алаһығыҙ:
- сәфәрҙе (тур йәки мобилизацияланған туристың төркөмдәге урынын) икенсе кеше исеменә рәсмиләштереү;
- өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандың турын ғәмәлдән сығарып, турҙа ҡатнашыусыларҙың составын үҙгәртеү;
- бөтә ҡатнашыусылар өсөн турҙы тулыһынса ғәмәлдән сығарыу.
Ҡабул ителгән ҡарарға бәйле турист менән иҫәп-хисап башҡарыласаҡ.
Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылыу һөҙөмтәһендә туристик сәфәргә сыға алмау тур һатып алыу тураһында килешеү төҙөгәндә билдәләнгән шарттарҙы үҙгәртеү өсөн етди нигеҙ булып тора.
Тур ғәмәлдән сығарылған осраҡта, ҡануниәткә ярашлы, аҡса туроператорҙың ысынбарлыҡта тотонған сығымдарын индермәйенсә кире ҡайтарыла, йәғни туроператор контрагенттарға (отелдәргә, авиакомпанияларға һәм башҡаларға) кире ҡайтарылмай торған тарифтар буйынса хеҙмәттәрҙең бер өлөшөнә түләгән булырға мөмкин. Туристы алмаштырып, турға үҙгәрештәр индергән осраҡта, өҫтәмә аҡса талап ителеүе ихтимал.
Шуға күрә, Туризм буйынса федераль агентлыҡ туроператорҙарға һәм отелдәргә әлеге шарттарҙа, атап әйткәндә, туристы алмаштырған йәки отелгә алдан заказ биргән өсөн туристарҙан аҡса алмаҫҡа, шулай уҡ ошондай турҙар йәки отелдәрҙе бронләү өсөн аҡсаларын, ысынбарлыҡта тотонолған сығымдарҙы тотоп ҡалмайынса, өҫтөнлөклө тәртиптә кире ҡайтарырға кәңәш итте.
Әгәр туристы килешеүҙе өҙөү шарттары ҡәнәғәтләндермәһә, ул судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.