ЙӘМҒИӘТ
13 Октябрь 2022, 04:33

Ковидҡа бәйле хәлдәр нисек?

..

Ковидҡа бәйле хәлдәр нисек?Ковидҡа бәйле хәлдәр нисек?
Ковидҡа бәйле хәлдәр нисек?

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус 369 ауырыуҙа асыҡланған. Әлеге ваҡытта стационарҙарҙа ковидҡа ҡаршы дауа алыусылар – 245. Сирҙе сағыштырмаса еңел үткәреп, өйөндә дауаланыусылар – 3 896.

 
Ковидҡа бәйле хәлдәр нисек?
 
Ковидҡа бәйле хәлдәр нисек?

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус 369 ауырыуҙа асыҡланған. Әлеге ваҡытта стационарҙарҙа ковидҡа ҡаршы дауа алыусылар – 245, уларҙың 160-ы – 60 йәште уҙған өләсәй һәм олатайҙар. 13 сирленең хәле ауыр, икәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Сирҙе сағыштырмаса еңел үткәреп, өйөндә дауаланыусылар – 3 896, шул иҫәптән 1 169-ы – өлкән йәштәгеләр.

Тәүлек эсендә ковидтан 368 яҡташыбыҙ һауыҡҡан. Шөкөр, аҙаҡҡы 24 сәғәттә зәһәр вирустан үлеү осраҡтары теркәлмәгән.

Министрлыҡ шулай уҡ дауахананан тыш пневмонияға ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе лә килтерә: кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы диагнозы 12 кешегә ҡуйылған, унан сәләмәтләнеүселәр – 15.

Республикабыҙҙа коронавирусҡа ҡаршы вакцинация әүҙем дауам итә. Әлеге ваҡытта прививканың беренсе компонентын яһатыусылар – 3 348 197 (планда билдәләнгәндең 134,6 проценты). Ике компонентын да алып, вакцинацияны тамамлаусылар – 3 138 407 (126,3 процент). Ревакцинация үтеүселәр – 898 280.

Автор:Альмира Кирәева
Автор:
Читайте нас