

Минең атайым -- Әбделмәнов Факил Сәғәҙәт улы.
Атайым бик тырыш, эшлекле ғаилә башлығы. Ул оҙаҡ йылдар урмансы булып эшләгәндән һуң, Хәйбулла районында “Башҡорт баҡыры” сәнәғәт предприятиеһына эшкә урынлашып, әлеге мәлдә уңышлы ғына эшләп йөрөй!
Атайым менән беҙ ғорурланабыҙ, уны бик ныҡ яратабыҙ! Ун биш көн эшләп ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ, ял көндәрендә бергә булырға тырышабыҙ!
Йыш ҡына бергәләшеп тәбиғәткә сығып, төрлө шифалы үләндәр йыябыҙ, ҡышҡыһын саңғыла шыуабыҙ !
Әбделмәнова Луиза