ЙӘМҒИӘТ
12 Октября 2022, 10:48

Ҡырым Дәүләт Советы депутаттары Башҡортостан балаларына 10 тонна еләк-емеш оҙатҡан

-

Ҡырым Дәүләт Советы депутаттары Башҡортостан балаларына 10 тонна еләк-емеш оҙатҡанҠырым Дәүләт Советы депутаттары Башҡортостан балаларына 10 тонна еләк-емеш оҙатҡан
Ҡырым Дәүләт Советы депутаттары Башҡортостан балаларына 10 тонна еләк-емеш оҙатҡан

Республиканың социаль приюттарында һәм ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәктәрендә тәрбиәләнгән 1344 бала Ҡырымдың Дәүләт Советы һәм Белогорск районынан еләк-емеш бүләктәре аласаҡ. 10 тонна татлы күстәнәс тейәлгән автофургон Өфөгә Республика көнөнә килеп өлгөргән.  

«Беҙ Ҡырым халҡынан шундай бүләк алғанға ныҡ ҡыуандыҡ. Мин Ҡырым Республикаһының Дәүләт Йыйылышы рәйесе Владимир Андреевич Константинов менән аралаштым – ярымутрау халҡы 2014 йылдан беҙ күрһәткән төрлө яҡлы йүнәлешле ярҙам өсөн ныҡ рәхмәтле. Ҡырым үҙе Рәсәйҙең көслө төбәгенә әйләнде һәм, үҙ сиратында, Башҡортостанға бүләк яһай. Референдум һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһы составына ингән яңы төбәктәр интеграция процесын шулай уҡ тиҙ һәм уңышлы үтер тип ышанам. Бөтә ил быға ярҙам итәсәк», - тип үҙ фекерен белдерҙе Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Ҡырым күстәнәсе Башҡортостандың 28 социаль учреждениеһы – балалар йортатры һәм приюттары тәрбиәләнеүселәренә таратыласаҡ.

Автор:Азат Ғиззәтуллин

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-10-12/deputaty-gossoveta-kryma-prislali-detyam-bashkirii-desyat-tonn-fruktov-2986388

Автор:
Читайте нас