

Башҡортостанда мобилизиция буйынса ҡораллы көстәргә алыныусылар өсөн тигән һылтау менән ялған аҡса йыйыу осраҡтары тураһында иҫкәртәләр. Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, мутлашыусылар бар, шуға билдәһеҙ һандарға аҡса күсерергә ярамай. Башҡортостанда рәсми рәүештә аҡса йыйылмай. Хәрбиҙәргә ярҙам итергә теләүселәргә һәр район һәм ҡалала булдырылған волонтерҙар штабына барырға кәңәш ителә. Эшҡыуарҙар иһә аҡсалата ярҙамды социаль маҡсатлы программалар фонды аша тапшыра ала.
Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/186237