ЙӘМҒИӘТ
12 Октябрь 2022, 06:52

Үҫмерҙәр алкоголизмы

Алкоголгә бәйлелек сәбәптәре

Үҫмерҙәр алкоголизмыҮҫмерҙәр алкоголизмы
Үҫмерҙәр алкоголизмы

Үҫмерҙәр алкоголизмы - үҫмерҙәр саҡта барлыҡҡа килгән алкоголгә бәйлелек. Уның өлкәндәр араһындағы алкоголизмдан билдәле бер айырмаһы бар. Комплесив мауығыуҙың тиҙ үҫеше һәм физик бәйлелектең формалашыуы күҙәтелә. Пациенттарҙың психик һәм физик өлгөрөп етмәүе арҡаһында үҫмерҙәр алкоголизмы тиҙ генә барлыҡҡа килә һәм ауыр соматик, психопатологик һәм интеллектуаль ҡаҡшауҙарға килтерә. Диагнозы анамнез, ҡарау, үҫмер һәм уның ата-әсәһе менән әңгәмәләшеү нигеҙендә билдәләнә. Дауалау тактикаһы индивидуаль билдәләнә, төп роль психокоррекцион сараларға бүленә.

Үҫмерҙәр алкоголизмы - хәҙерге йәмғиәттең етди проблемаһы. Енси яҡтан өлгөргән ваҡытта алкоголизмдың таралыуы тураһында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ, әммә, статистикаға ярашлы, үҫмерҙәрҙе психоневрология стационарҙарына һалыуҙың 10 проценттан ашыуы «үҫмерҙәр алкоголизмы» диагнозын ҡуйыуға бәйле тормошҡа ашырыла. Һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, 90-сы йылдарҙа үҫмерҙәрҙең спиртлы эсемлектәрҙе беренсе тапҡыр ҡулланыу осороноң уртаса йәше 16-18 йәш тәшкил итә ине. Ун йылдан һуң был йәш 10-12 йәшкә тиклем кәмене. Әгәр элек ир-егеттәрҙә йышыраҡ үҫмерҙәр алкоголизмы асыҡланһа, XXI быуат башынан алып енси айырмалар юғалған тиерлек һәм спиртлы эсемлектәрҙе егеттәрҙән тыш ҡыҙҙар ҙа ҡабул итә башлаған.

Өлкәндәрҙә алкоголизм 5-10 һәм унан күберәк йыл даими спиртлы эсемлектәр ҡулланғандан барлыҡҡа килә. Ә үҫмерҙәр алкоголизмын үҫтереү өсөн ни бары 2-3 йыл даими рәүештә этаноллы эсемлектәр ҡабул итеү талап ителә. Үҫмерҙәрҙә алкоголизмдың төп үҙенсәлектәре булып бөтә органдар һәм системалар яғынан асыҡтан-асыҡ һәм тупаҫ үҙгәрештәр тора. Үҫмерҙәр алкоголизмы физик сәләмәтлектең тиҙ ҡаҡшауына, психик һәм интеллектуаль деградацияға килтерә. Сирлеләрҙә түлһеҙлек һәм тыумыштан аномалиялары булған балалар тыуыуына килтереүсе, репродуктив системаның кире ҡайтмаҫлыҡ үҙгәрештәре йыш асыҡлана. Үҫмерҙәр алкоголизмын наркология өлкәһендәге белгестәр дауалай.

 

Илгизә Ишемғолова, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының наркология кабинеты шәфҡәт туташы:

-Ҡыуанысҡа күрә, алкоголгә бәйле булып, беҙҙә иҫәптә торған  үҫмерҙәр юҡ. Башҡа райондар менән сағыштырғанда был йәһәттән беҙҙә хәл яҡшыраҡ. Әммә йәмғиәтебеҙҙә был проблема бар. Үҫмерҙәрҙең күбеһе тиерлек һыра ҡуллана. Ә был һаулыҡ өсөн бик зыянлы. Даими ҡулланыу түлһеҙлеккә килтереүе мөмкин. Бында ата-әсәләрҙән дә күп нимә тора. Үҫмерҙәр яҙыҡ юлға баҫмаһын өсөн ата-әсәләр балаларына иғтибарлы булһындар ине.

Үҫмер саҡ - үҙ яғынан ҡатмарлы осор, сөнки үҫмерҙәр ғаиләләге проблемаларҙы һәм башҡа борсолоуҙарҙы киҫкен кисерә. Шуға күрә алкоголгә бәйлелек килеп тыуған осраҡта ата-әсәләр бала менән берҙәй аралашырға тейеш, ул балаға ярҙам эҙләргә мөмкинлек бирәсәк.

Әгәр ата-әсәләр балаһының алкоголле эсемлек ҡулланғанын абайлаһалар, тәү сиратта, уның менән һөйләшергә, үҫмерҙең ни өсөн шулай эш иткәнен асыҡларға тейеш. Бының уларҙы бик борсоуын һәм уға ярҙам итергә әҙер булыуҙары хаҡында аңлатыу яҡшы булыр ине. Әгәр был мәсьәләне өйҙә хәл итә алмаһалар, бергәләп белгескә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 40-сы һанында.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас