

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл янындағы яңы өйләнешкән йәштәрҙең фотоһүрәте менән уртаҡлашты.
«Бына беренсе туй! Йәштәргә бәхет! Был урын барыһына ла мөхәббәт һәм именлек килтерһен», - тип теләгән Радий Хәбиров.
«Башинформ», хәбәр итеүенсә, һәйкәл Өфөнөң Совет майҙанында Республика көнөндә тантаналы асылды.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-10-12/u-pamyatnika-generalu-shaymuratovu-v-ufe-proshla-pervaya-svadba-2986235
Автор:Роман Якимчук.