

Дүртөйлө районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, өлкән прапорщик Евгений Иляев беркетелгән биләмәне обороналаған ваҡытта батырлыҡ күрһәткән. Ул дошмандың ике бронемашинаһын һәм 15 һалдатын юҡ иткән.
Һуңғараҡ Евгений ут аҫтында зыян күргән хәрби пехота машинаһын һәм хеҙмәттәштәрен хәүефһеҙ урынға сығарыуға өлгәшкән. Шул рәүешле яҡташыбыҙ экипаждың ғүмерен һаҡлап ҡалған. Дүртөйлө районы егетенең батырлығы хаҡында башҡорт батальондарының рәсми төркөмөндә хәбәр иттеләр.
«Неонацистар союз көстәрен обороналауҙы өҙөргә маташҡан. Алыш башланған. Иляев ике бронемашинаны һәм дошмандың 15 һалдатын юҡ иткән», - тиелә рәсми хәбәрҙә.