ЙӘМҒИӘТ
10 Октябрь 2022, 05:24

Яугирҙәребеҙгә ярҙам итәйек!

..

Яугирҙәребеҙгә ярҙам итәйек!Яугирҙәребеҙгә ярҙам итәйек!
Яугирҙәребеҙгә ярҙам итәйек!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов "Йөрәк йылыһы" тип аталған акция иғлан итеүҙәре хаҡында белдерҙе һәм өлөшләтә мобилизацияға эләккән яугирҙәребеҙ өсөн кәрәкле әйберҙәр туплау, уларға бар яҡлап ярҙам итеү буйынса төрлө мәрхәмәтлек акциялары ойшторолдо. 

Районда изге йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙары "Йәшә" һәм #ВяжемДобро тигән акциялар иғлан итеп, һәр ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙары быны “һә” тигәнсе күтәреп алды һәм йылы ойоҡбаштар бәйләп тапшыра башланылар. Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп, әҙерләгән йөрәк йылыһы тыуған ерҙең ялҡынлы сәләме булып беҙҙең егеттәргә барып етәсәк, — ти акцияны ойоштороусылар.

Ысынлап та, акцияға һәр ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙары дәррәү ҡушылды. Ҡул, йөрәк йылыһын ҡушып бәйләгән йылы әйберҙәр тиҙ арала һалдат ир-егеттәрбеҙгә барып етер. Мәҫәлән, Ҙур Арыҫланғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла "Йәшә" акцияһына ҡушылып һалдаттар өсөн бихисап йылы ойоҡбаштар, көндәлек ҡулланыу кәрәк-яраҡ әйберҙәрен йыйыу эшен башҡарҙылар. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Әминә Аралбаева менән ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Лена Ибраһимова район үҙәгенә алып килеп, изге теләктәрен еткереп, әҙерләгән әйберҙәрен тапшырҙылар.. “Ошо акцияға ҡушылған ҡатын - ҡыҙҙарға, йылы баш кейемдәре менән ярҙам иткән, район үҙәгендә йәшәгән шәхси эшҡыуарҙар Ғайса һәм Фәймә Ибраһимовтарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Алла бирһә һуғыштар бөтөп, илдә тыныслыҡ урынлашып һалдаттарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар”, - ти улар.

Һана й китһәң, бер ауыл биләмәһен дә айырып ҡына әйтеп булмай, барыһына ла афарин. Бынан тыш, төрлө ойошма, предприятиелар ҙа ситтә ҡалманы. “Берҙәмлектә көс”.

 

Тимур Рәмов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе:

- “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк-ара бүлеге өлөшләтә мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү режимына күсте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуынса, паритяның төбәк бүлексәһе һәм урындағы бүлексәләре базаһында М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы үҙ эшен башланы һәм улар адреслы ярҙам күрһәтәсәктәр. Штаб активистары беренсе ихтияж, аҙыҡ-түлек, өйгә дарыуҙар килтереүҙә, йорт, ихата һәм хужалыҡ буйынса ярҙам күрһәтәсәктәр.

Ирекмәндәр штабына 8-800-201-89-03 колл-үҙәк телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

 

Гөлсәсәк Ниғмәтуллина, “Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы педагогы:

- “Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы сиктәрендә өлөшләтә мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам ҡабул итеү пункты эшләй. Аҙна дауамында район биләмәләре ауылдарынан битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙар тәү кәрәкле әйберҙәр, йылы ойоҡбаштар, боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре, шулай уҡ портатив газ плитәләры, газ баллондары һәм башҡаһын алып килде. Бигерәк тә беҙҙең пунктҡа алып килеүселәрҙән Аҡъяр, Яңы Украинка, Степной ауылдары, зона психолог-медик педагогия комиссияһы коллективы әүҙемлек күрһәтте. Ғөмүмән, был файҙалы акциянан бер кем дә ситтә ҡалманы.

Автор:
Читайте нас